Баймаҡта хеҙмәт ветерандары өсөн ифтар мәжлесе үтте

Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицейында муниципаль хеҙмәт ветерандары өсөн ифтар мәжлесе үтте. Уны район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов ойошторҙо.

Ифтар ҡылдырыу-яҡшы ғәмәл. Район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов ифтар ойоштороп, ваҡытында намыҫлы эшләгән хеҙмәт ветерандарына, Баймаҡтың почетлы граждандарына ауыҙ астырҙы. Изге Рамаҙан айы менән тәбрикләне.

Оло быуын вәкилдәрен йыйған мәжлес йылы осрашыу, дуҫтарса аралашыу мөхитендә үтте. Ветерандар кәңәштәре менән уртаҡлашып, ил тыныслығы, көндәр именлеге өсөн доға ҡылып, ойоштороусыларға рәхмәт белдерҙе.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ