Башҡортостанда һыу транспорты өсөн белгестәр әҙерләү дауам итә

Флот өсөн яңы кадрҙар. Волга һыу транспорты дәүләт университетының Өфө филиалында «судно йөрөтөүсе» йүнәлеше буйынса белем алған студенттарға диплом тапшырыу тантанаһы үтте. Республикала һыу транпорты өсөн белгестәр әҙерләгән берҙән-бер уҡыу йортон 60 егет-ҡыҙ тамамланы. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Барыһы ла ысын шарттарға яҡынайтылған. Ғүмере буйы Мурманскиҙа хеҙмәт иткән, барлыҡ дүрт океанды ла гиҙеп сыҡҡан Илдар Әбдрәҡипов әле студенттарға үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлаша. Ҡасандыр үҙе ошо уҡыу йортон тамамлаған капитан белемде үҙләштереү генә түгел, уны ҡуллана белеү мөһим, ти. Ул уҡытҡан студенттар донъяның төрлө тарафтарында хеҙмәт итә.

Уҡыу йорто судно йөрөтөүсе, судно һәм электр механигы, транспорт менән идара итеүсе һәм пассажирҙарҙы ташыу эшен ойоштороусы кеүек белгестәр әҙерләй. Һәр һөнәр кәрәкле. Икенсе курстан һуң буласаҡ йылғасылар практикаға сыға. Былтыр декабрҙә уҡыу йорто үҙенең 55 йыллығын ҡаршы алды. Ошо ваҡыт эсендә 8 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән.

Диплом алыусылар араһында Баймаҡ районынан Баязит Абдуллин да бар. Егет ағаһының эҙҙәре буйынса ошо уҡыу йортон һайлай.

Сығарылыш студенттарының Почет кенәгәһендә ҡултамғаны ҡалдырыу барыһына ла эләкмәй.

Курсанттарға диплом тапшырыу тантанаһында Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры ла ҡатнашты. Йәш белгестәр яҡын арала Рәсәйҙең төрлө йылға-диңгеҙҙәрендә хеҙмәт итергә юлланасаҡ.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ