Өфөлә мәғариф учреждениеларында капиталь ремонт ойошторола

Был аҙнала баш ҡаланың 218-се балалар баҡсаһында төҙөкләндереү эштәре башланды. Әле эшселәр демонтаж эштәрен башҡара. Капиталь ремонт сиктәрендә балалар баҡсаһының иҙән-түшәмдәрен, объекттың фасадын, түбәһен яңыртыу, инженер коммуникацияларҙы алмаштырыу, йылытыу системаһын төҙәтеү ҡаралған. Ремонт эштәре августа тамамланыр тип көтөлә. 

Капиталь ремонт Өфөнөң 5-се лицейында ла дауам итә. Уҡыу йорто «Йәштәр һәм балалар» милли проекты сиктәрендә тәртипкә килтерелә. 1979 йылда сафҡа индерелгән мәктәптә быға тиклем бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт үткәрелмәгән булған. Төҙөкләндереүҙән һуң белем йортонда балалар өсөн заманса шарттар тыуҙырыласаҡ тип күҙаллана.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ