Денис Мантуров менән осрашыуҙа республика сәнәғәте үҫеше тикшерелде

Рәсәй Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Денис Мантуров Радий Хәбиров менән протокол кәңәшмәһендә Башҡортостан сәнәғәте үҫешенә бәйле мөһим проекттарға туҡталды. Электроника сәнәғәте һәм «Пилотһыҙ авиация системаһы» милли проекты сиктәрендә республикала ике яңы технопарк барлыҡҡа киләсәк. Уны тормошҡа ашырыу өсөн федераль ҡаҙнанан өҫтәмә ярҙам күрһәтеләсәк. Башҡортостан предприятиелары Рәсәйҙең технологик суверенитетын тәьмин итә. Радий Хәбировтың республика сәнәғәтен үҫтереүгә бәйле алып барған сәйәсәте урындағы халыҡ өсөн дә мөһим. Сөнки, ил кимәлендәге яңылыҡ өҫтәмә эш урындары булдырыуға ла көйләнгән.

Башҡортостан-ил кимәлендә тиҙ үҫешкән төбәктәр иҫәбендә. Нефть сығарыу, химия сәнәғәте, авиация двигателдәре төҙөлөшө, тау тармағы-иҡтисадтың локомативы булып тора. Быға өҫтәп, пилотһыҙ авиация комплексы үҫешә, дрондар эшләү, белгестәр әҙерләү буйынса эш көйләнде. Шул уҡ ваҡытта сәнәғәт үҫешенә инфраструктура булдырыла. «Алға» айырым иҡтисади биләмәһе, индустриаль һәм технопарктар-республика иҡтисадын көсәйтә генә. Был йүнәлештә эш федераль кимәлдә лә юғары баһалана.

Рөстәм Камалов, Рәсәй хөкүмәте ҡарамағындағы финанс университетының Өфө филиалы доценты, иҡтисад фәндәре кандидаты
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ