Һаулығың-үҙ ҡулыңда. Дүртөйлө үҙәк район дауаханаһында «Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер» милли проектына ярашлы «Сәләмәтлек мәктәбе» эшләй. Уның сиктәрендә табиптар төрлө темаға лекциялар уҙғара. Дәрестәрҙә теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Сираттағы «Сәләмәтлек мәктәбе» тураһында БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
Дөрөҫ туҡланыу-ауыр бурыс түгел, ә һаулыҡ нигеҙе. Ризыҡ ашҡаҙанға таш булып ятмаһын өсөн нисек һәм күпме ашарға, йәшелсә-емештең ҡайһыһы файҙалы? «Сәләмәтлек мәктәбенең» сираттағы осрашыуы һимереү менән көрәшеү һәм дөрөҫ туҡланыу ҡағиҙәләренә бағышланды.
«Сәләмәтлек мәктәбе» халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыу маҡсатында ойошторола. Лекцияларҙы төрлө белгестәр ойоштора. Былтыр, мәҫәлән, табип-эндокринолог шәкәр диабеты менән яфаланыусылар өсөн 500-ҙән ашыу дәрес үткәргән. Быйыл да был категория пациенттар менән даими рәүештә осрашыуҙар уҙғарыу планлаштырыла.
Теоретик белем алыуҙан тыш, табиптар диспансер тикшереү үтергә лә саҡыра. Дүртөйлө үҙәк район дауаханаһында бының өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Поликлиниканың төрлө ҡаттарында ултырған табиптар буйлап йүгереп йөрөргә һәм оҙайлы сираттарҙа ултырырға кәрәкмәй, барлыҡ кабинеттар ҙа бер урында. Диспансер тикшереү үтеүҙән тыш, ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр репродуктив һаулығын да тикшертә ала. Бының өсөн алдан яҙылыу мотлаҡ түгел.
Дүртөйлө үҙәк район дауаханаһы ҡала һәм районда йәшүсе 52 мең кешене хеҙмәтләндерә. Улар өсөн киләһе «Сәләмәтлек мәктәбе» 10 марта үтәсәк. Табип-терапевт пациенттар алдында артериаль баҫым темаһына сығыш яһаясаҡ.
Әлфинә Килдейәрова



