Баймаҡ ҡалаһының балалар ижады үҙәгендә «Башҡорт малайы» район бәйгеһе үтте

Әсәйҙәргә-малайҙарҙан. Баймаҡ ҡалаһының балалар ижады үҙәгендә «Башҡорт малайы» район бәйгеһе үтте. Башҡорт телен, мәҙәниәтен үҫтереү маҡсатында ойошторолған конкурста ҡатнашыусылар 8 мартҡа бүләкте үҙенсәлекле ойошторҙо.

Балалар ижады үҙәге ойошторған конкурс «Ҙур һәм татыу ғаилә» йылына арналды. Ул быйыл һигеҙенсе йыл ойошторолоп, район мәктәптәренең 11-12 йәшлек ҡыйыу, отҡор малайҙарҙы бер сәхнәгә йыйҙы. Улар үҙҙәре менән таныштырҙы, ғаилә шәжәрәһен һөйләне. Бәйгенең 3-сө этабында Башҡортостандың тарихы, мәҙәниәте, әҙәбиәте буйынса һорауҙарға яуаптар бирҙе.

Сәхнәлә телебеҙҙең матурлығы, һүҙ көсө, халҡыбыҙҙың көйҙәре яңғырап торҙо. Ҡатнашыусылар йырлап, бейеп үҙ һәләттәрен күрһәтте. Егеттәр«Башҡорт малайы» исеменә лайыҡ булыу өсөн бар көсөн, дәртен һалды.

Бәйге һөҙөмтәләре буйынса гран-прины Иҫке Сибай мәктәбе уҡыусыһы Даян Утарбаев яуланы. 1-се урынға 4-се лицей уҡыусыһы Айназ Абдуллин лайыҡ булды. Ошондай рухлы, ҡыйыу, башҡорт телендә таҙа һөйләшкән малайҙар булғанда, тыуған илебеҙҙең киләсәге өмөтлө

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ