«Фортуна» үҙәгендә балалар өсөн «Сәскәләр өсөн йорт» конкурсы үтте

«Фортуна» балалар экологик үҙәгенең ҡояшлы оранжереяһында 8 март халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған «Сәскәләр өсөн йорт» конкурсына йомғаҡ яһалды.

Конкурста илленән ашыу малай һәм ҡыҙ ҡатнашты.Кашпо эшләү өсөн улар пластик шешәләр, ҡатырға ҡумталар, ағас ботаҡтары һәм биҙәүестәр ҡулланған. Кашполарҙы йәш ижадсылар ҡыҙыҡлы деталдәр менән биҙәп, бай фантазияһын һәм күңел йылыһын һалып ижад иткән.Сара сиктәрендә балаларға һәм ата-әсәләргә оранжерея буйлап экскурсия ойошторолдо, ә бүләккә флорариум эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе уҙғарылды.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ