Башҡортостанда йәшәүсе герой-әсәләр айлыҡ түләүҙәр ала башланы

Социаль фондтың Башҡортостан буйынса бүлексәһе республикала йәшәгән 10 әсәгә ай һайын аҡсалата түләү тәғәйенләне. Ул «Герой-әсә» исеме бирелгәндән һуң, ғаризаһыҙ билдәләнә. Түләү күләме йыл һайын индексациялана. 1 февралдән айлыҡ аҡсалата түләү 5,6 процентҡа арттырылған һәм 76 мең һумдан ашыу тәшкил итә. 

Герой- әсә исеме ун һәм унан күберәк бала тыуҙырып тәрбиәләгән әсәләргә бирелә. Шулай уҡ дәүләт тарафынан уларҙың пенсияһына 36 мең һум өҫтәмә түләү ҡаралған.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ