Өфөлә ашығыс ярҙам күрһәтеү хеҙмәтендәге ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡотланылар

8 март халыҡ -ара ҡатын- ҡыҙҙар көнөндә лә яуаплы хеҙмәттә. Өфөнөң Киров районы ашығыс ярҙам күрһәтеү станцияһында эшләүсе гүзәл заттар байрам көндәрендә саҡырыуҙар буйынса ауырыуҙар янына юллана. Улар өсөн ауыр хәлдәге пациенттарға сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү теүәллек талап иткән яуаплы эш. Байрам көндәрендә хеҙмәт вахтаһында торған гүзәл заттарҙы Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин тәбрикләп, рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, рауза сәскәләре бүләк итте.

Байрам көндәрендә бөтә республика буйынса 33 ашығы1с ярҙам бригадаһы эшләй. 2000 ашыу гүзәл зат тәүлек әйләнәһенә үҙ бурысын намыҫлы атҡара, халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтә. Уларға яуаплы эштәрендә уңыштар, ғаилә бәхете теләйем.

Айрат Рәхмәтуллин, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ