Гүзәл заттарға үҙенсәлекле байрам бүләге. Уның идеяһы Өфөлә йәшәүсе Анастасиянан. Башҡалала йәшәүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡотларға улар бик етди әҙерләнә.
Кейемдәрҙе үтекләй, дрессировкала өйрәнгән хәрәкәттәрҙе ҡабаталай. Лэнгер ҡушаматлы этт яңы хужаһында үҙен яҡлаулы тоя. Уны элекке хужалары урамға сығарып ташлай. Әммә аслыҡтан йонсоған һәм хәлһеҙләнгән хайуанды Анастасия үҙенә ала. Кешеләрҙең рәхимһеҙлеге менән осрашҡан йән эйәһе хәстәрлекле ҡулдарҙа яңы тормош башлай. Яңы хужабикәһенә бик тиҙ эйәләшә, төрлө трюктар эшләргә өйрәнә. 8 март халыҡ-ара ҡатын ҡыҙҙар көнөндә Ленгер мәрхәмәтлек акцияһында ҡатнашты, йорт хайуандарын яратҡан балаларға тәмлекәстәр, ә өлкәндәргә сәскәләр өләште. Тиҙҙән Өфөлә берәҙәк эттәрҙең үҙ йорто һәм биләмәһе буласаҡ. Хәйриә акцияһының маҡсаты хайуандарға ҡарата миһырбанлыҡты һәм мәрхәмәтлекте көсәйтеү.



