Өфө студенттары заман сәнғәте музейында бер ижад майҙанына йыйылды

Ике вуз студенттары бергә ижад итәсәк. Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты студенттары менән Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары бер ижад майҙанына йыйылды. Заман сәнғәте музейында йәштәр киләсәктә берҙәм проекттарҙы тормошҡа ашырасаҡ. Тәүге көндә үк улар һүрәт төшөрҙө.

Уртаҡ ҡыҙыҡһыныуҙар бар, ике юғары уҡыу йорто студенттары булһаҡ та, бер йүнәлештә белем алабыҙ, был майҙанда күп ижади эштәр тыуыр, тип өмөтләнәбеҙ.

Анастасия Сурадеева, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты студенттары советы рәйесе

Осрашыу, танышыу һәм ижад итеү урыны булғас, беҙ йәштәргә киләсәктә берҙәм проекттарҙа эшләү уңайлы һәм ҡыҙыҡлы буласаҡ.

Лилиә Нәбиуллина, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының һынлы сәнғәт факультеты профсоюзы рәйесе
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ