Өфөлә йәшәүсе ижадсы нейроселтәр ярҙамында йәнһүрәттәр төшөрә

Нейроселтәр ярҙамында йәнһүрәттәр циклы. Уны Дыуан районы Ҡәҙер ауылынан Өфөгә күсеп килгән Лилиә Хилажева ижад иткән. Лилиә йәнһүрәт сюжеттарын һәм персонаждарҙың образын шәхсән уйлап сығара. Нейроселтәр ярҙамында ул 10 серия йәнһүрәт әҙерләгән. Сериалдар нисек эшләнә һәм киләсәктә ул ниндәй темаға промт- йәнһүрәттәр ижад итергә теләүе хаҡында киләһе яҙмала.

«Айгөлдөң Өфөләге мажаралары» нейроселтәр аша ижад ителгән йәнһүрәт. Уның төп геройы ауыл ҡыҙы. 22 йәшлек Айгөл еңел генә Өфөнө яуларға, баш ҡалала төпләнергә, тамыр йәйергә теләй. Әммә көтөлмәгән мажараларға, ҡаршылыҡтарға юлыға. Әммә ниндәй генә мажаралы хәлдәргә тарыһа ла, алдына ҡуйған маҡсатынан баш тармай. 10 сериялы йәнһүрәт ҡыҙҙарға ҙур мегаполиста юғалып ҡалмау өсөн әсбап була ала, ти уның авторы Лилиә Хилажева.

Йәнһүрәттә барған хәл-ваҡиғаларҙың күптәрен автор үҙ яҙмышы һәм йөрәге аша үткәргән. Әммә ижади процесты Лилиә юморға әйләндерергә кәрәк тигән фекергә килгән. Заиан технологиялары ярҙамында ҡыҙ йәнһүрәттәрҙе планшетта ҡорай. Уның маҡсаты-йәнһүрәттәр тормошсан булһын һәм тамашасы күңеленә үтеп инһен.

Әлеге мәлдә ижадсы үҙе лә эҙләнеү юлында. Ул йыш ҡына яңы геройҙар, ҡыҙыҡлы идеялар хаҡында уйлана. Айгөл Хилажева киләсәктә һайлаған юлынан тайпылмаҫҡа иҫәп тота. Ижадсының иң ҙур хыялы-ҙур экрандарға сығарыу өсөн тулы метражлы анимация фильмын төшөрөү.

Лилиә Хилажеваның үҙенең оҫталығы менән йәнһүрәт ижад итергә теләгән башҡа йәштәр менән дә ихлас бүлешә.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ