Башҡортостанда төшөрөлгән кинотаҫма бөтә Рәсәй кинотеатрҙарында күрһәтеләсәк. Фильмдың бер өлөшө Планета сауҙа комплексында, икенсе өлөшө Мораҙым тарлауығы, Белорет районы тәбиғәтендә, Ирәмәлдә, Шихан тауҙарында төшөрөлгән. Мауыҡтырғыс киноның үҙәгендә Вика исемле рәссам. Ул боронғо сарматтар маскаһын табып манекенға ҡасырылған тере кеше менән аралаша башлай. Манекен ролен билдәле актер Камил Ларин башҡара. Рәсәй кинотеатрҙарында фильмды 12 марттан ҡарарға мөмкин.




