Әлшәй районы Әбдрәшит ауылында «Таукүл йыйыны» үтте

Әбдрәшит ауылында элек-электән берҙәм, дәртле, эшһөйәр халыҡ йәшәй. Тап ошо ойошҡанлыҡтары уларға «Айыҡ ауыл»дың муниципаль этабында еңергә ярҙам иткән. Әбдрәшиттәр йомғаҡлау сараһына ла етди әҙерләнгән, ауыл ҡул эштәре оҫталарының күргәҙмәһе, спорт ярыштары, милли уйындар, үҙешмәкәр сәнғәт оҫталарының концерты ойошторолған.

Ауыл халҡы уларҙың бөтәһендә лә әүҙем ҡатнашҡан. Әбдрәшиттәр әйтеүенсә, конкурсҡа әҙерлек барышында ауылда йыл дауамында төрлө саралар үткән, уларға оло быуын вәкилдәре лә, йәштәр ҙә, балалар ҙа ҡушылған. Конкурс тарихи тамырҙарыбыҙҙы барларға, яңы һәләттәрҙе асырға, ә иң мөһиме халыҡты берләштерергә ярҙам итте, ти әлшәйҙәр. улар республика этабында ла һынатмаҫҡа ниәтләй.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ