Тыуған яҡтан көс алып. Ишембай районы Байғужа ауылынан «Композитор» ҡушаматлы яугир ваҡытлыса ялға ҡайтып, мәктәп уҡыусылары менән осрашыуҙарға йөрөргә лә, алғы һыҙыҡтағы яҡташтарына тәғәйенләнгән гуманитар посылкаларҙы йыйырға ла өлгөргән. Шифалы үлән сәйҙәренән алып бензин бысҡыһына тиклем-ирекмәндәр ир-егеттәрҙең теләктәрен иҫәпкә алып ярҙам туплаған. «Композитор» махсус хәрби операцияға тиклем музыкаль етәксе булып эшләгән. Үҙ теләге менән ҡулындағы баянды хәрби ҡоралға алыштырған яугир алғы һыҙыҡта милләт-ара дуҫлыҡ һәм берҙәмлектең оло әһәмиәткә эйә булыуын билдәләй.



