Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡытыусылар өсөн уҡыуҙар үтте

Төбәктең 90-дан ашыу биология уҡытыусыһы Башҡорт дәүләт медицина университетында квалификацияһын күтәрҙе. Уҡыуҙар студенттар кампусы майҙансығында уҙҙы. «Медкласс» стратегик проекты сиктәрендә ойошторолған уҡыуҙар мәктәп программаһын заманса медицина белеменә яҡынайтыуға ҡайтып ҡала. Ойоштороусылар әйтеүенсә, бындай осрашыуҙар университетҡа мәктәп эскәмйәһенән абитуриенттар әҙерләргә ярҙам итә. Был йүнәлештә республикала әүҙем эш алып барыла, мәҫәлән, белем усаҡтарында медицина кластары эшләй.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ