Республика балалар клиник дауаханаһы Рәсәйҙә педиатрия йүнәлешендә иң яҡшы медицина учреждениеһы тип табылды. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә хәбәр итте. Республика балалар клиник дауаханаһы былтыр стационар шарттарҙа 30 мең балаға ярҙам күрһәткән, ә поликлиника 50 меңдән ашыу кескәй пациентты ҡабул иткән. Көн тәртибендә Радий Хәбиров ҡар иреү менән юлдарҙы тәртиптә тотоу маҡсатын ҡуйҙы. Оператив кәңәшмәлә вуздарға ҡабул итеү кампанияһына әҙерлек һорауҙары ҡаралды. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Миһранова яҙмаһында.
Рәсәйҙә иң яҡшы педиатрия клиникаһы Башҡортостанда. Педиатрҙар конгресы тарафынан билдәләнгән еңеү дауахана коллективы өсөн лайыҡлы баһа. 26 бүлектән торған учреждениела кескәй пациенттарҙы дауалау юлдары йылдан-йыл киңәйә, һөҙөмтәлә ҡотҡарылған ғүмерҙәр һаны ла арта. Былтыр стационар шарттарҙа 30 мең балаға ярҙам күрһәтелгән. Был һандар артында рәхмәтле ата-әсәләр, һауыҡҡан малай-ҡыҙҙар. Республика башлығы Радий Хәбиров балалар клиникаһының баш табибына Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһын тапшырҙы.
Клиника ҡарамағында 2024 йылда асылған балалар онкология һәм гемотология үҙәге төбәк медицинаһында ҙур ҡаҙаныш. Быға тиклем яман шеш һәм башҡа сирҙәр менән ауырыған малай-ҡыҙҙарға Мәскәүгә-федераль үҙәккә йөрөргә тура килһә, хәҙер Башҡортостанда ҡатмарлы диагноздар менән көрәшеү өсөн заманса шарттар булдырылған.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә ҡар ирегәс юлдарҙы тәртипкә килтереү һорауҙарына ла туҡталды. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, Өфөлә Салауат Юлаев проспектында һәм башҡа урамдарҙа иғтибар талап ителгән участкалар байтаҡ. Радий Хәбиров башҡарылған эш һөҙөмтәләре менән докладтар әҙерләү бурысын ҡуйҙы.
Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан оҙайлы ял көндәрендә сүп-сар һәм таҙалыҡ һорауҙары киҫкенләшкән. Төбәк етәксеһе сүп-сар сығарыу мәсьәләһен иғтибарға алырға ҡушты.
Ултырышта ҡаралған мөһим мәсьәләләрҙең береһе-вуздарға ҡабул итеү кампанияһы. 2008 йылда республикала тыуым кимәле юғары булған, һөҙөмтәлә быйыл мәктәпте тамамлаусылар һаны ла уртаса күрһәткестәрҙән юғарыраҡ. Быйыл республика буйынса потенциаль абитуриенттар һаны 16500 кешегә етә, вуздарҙа һәм колледждарҙа бюджет урындары 17500 кешегә иҫәпләнә. Йәштәрҙе уҡыу урындары менән тәьмин итеү, һөнәр үҙләштерергә шарттар тыуҙырыу маҡсаттары ҡуйыла.
Ф. Миһранова




