Башҡорт дәүләт аграр университетында «Геодезия һәм картография: инештән киләсәккә» тип исемләнгән республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Сара юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары студенттары, мәктәп уҡыусылары ҡатнашлығында уҙғарылды. Улар баһалама ағзаларына геодезистар һәм картографтар һөнәрен сағылдырған ижади һәм ғилми эштәр тәҡдим иткән. Республика конкурсы 2000 йылдан алып марттың икенсе йәкшәмбеһендә билдәләнгән Геодезия һәм картография хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналды. Ғәҙәттә, байрам хөрмәтенә был һөнәр вәкилдәренә иғтибарҙы йәлеп иткән лекциялар, оҫталыҡ дәрестәре, китап күргәҙмәләре һәм башҡа мәғрифәтселек саралары үткәрелә.



