Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжында яңы һөнәр үҙләштерергә була. Уҡыу йорто заманса лаборатор база менән йыһазландырылған. Шулай уҡ квадракоптер менән идара итеү өсөн махсус күнекмәләргә ҡулайлаштырылған. Директор урынбаҫары Александр Арефьев һөйләй.
“Заман шарттарында пилотһыҙ осоу ҡоролмалары менән идара итеүсе белгестәргә хеҙмәт баҙарында ихтыяж ҙур”, - ти Александр Арефьев.
Республикала пилотһыҙ осоу аппараттары менән идара итеү өсөн яугирҙар туплана. Контракт төҙөгәндәргә дәүләт ярҙамы ҡарала. Тулыраҡ мәғлүмәт менән 122 телефонынан шылтыратып танышырға була.




