Туристик маршруттар булдырыу, кәрәкле ҡоролмалар алыу, төрлө саралар ойоштороу, юл яны сервис объекттарын булдырыу өсөн гранттар ҡаралған. Был дәүләт яғынан ҙур ярҙам, тип белдерҙе Туризм министры Светлана Верещагина. - 2023 йылдан республика федераль үҙәктән аҡса йәлеп итеү буйынса әүҙем эшләй. Беҙ алынған сумма буйынса алдынғылар рәтендә. Һуңғы өс йылда 200-гә яҡын проектҡа ярҙам күрһәтелде. Тиҙҙән эшҡыуарҙар өсөн тағы бер конкурс ойошторабыҙ, - тине ул.




