Аферистар уға социаль яҡлау бүлеге хеҙмәткәре булараҡ шылтырата. Һөйләшеү барышында ҡатындың банкта ҙур суммала аҡса һаҡлауы асыҡлана. Енәйәтселәр уны хәүефһеҙ иҫәпкә күсерергә ҡуша. Пенсионер Өфөгә барып банк иҫәбендә ятҡан аҡсаһын ала һәм курьерға тапшыра. Ялған хеҙмәткәрҙәр бәйләнешкә сығыуҙан туҡтағас ҡына ҡатын алданыуын аңлай һәм полиция бүлегенә ғариза тапшыра. Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды, тип белдерәләр Эске эштәр министрлығынан. Белгестәр таныш булмаған кешеләр менән телефон аша аралашмаҫҡа, шәхси мәғлүмәттәрҙе таратмаҫҡа кәңәш итә.




