Радий Хәбиров яуаплы ойошмаларға ҡар иреү менән юлдарҙы тәртипкә килтерергә ҡушты

Төбәк етәксеһе оператив кәңәшмәлә билдәләүенсә, Өфөлә Салауат Юлаев проспектында һәм башҡа урамдарҙа иғтибар талап ителгән участкалар байтаҡ. Радий Хәбиров башҡарылған эш һөҙөмтәләре менән докладтар әҙерләү бурысын ҡуйҙы.

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан оҙайлы ял көндәрендә сүп-сар һәм таҙалыҡ һорауҙары киҫкенләшкән. Төбәк етәксеһе сүп-сар сығарыу мәсьәләһен етди иғтибарға алыу кәрәклеген билдәләне.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ