Былтыр «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» федераль проектына 40-тан ашыу ойошма ҡушылған. Проект эшләй башлағандан алып иҡтисади һөҙөмтәлелек 5 миллиард һумға еткән. Нефть һәм газ сәнәғәте, торлаҡ-коммуналь, ауыл хужалыҡтары кеүек һәм башҡа өлкәләр өсөн заманса ҡорамалдар етештергән Өфө предприятиеларының береһендә мәҫәлән, продукция тиҙ һәм тағы ла сифатлыраҡ производствоға күскән.
Һанаулы ваҡыт эсендә сығарылған микросхема артабан сифат контроле бүлегенә тапшырыла. Унда белгестәр микроскоп ярҙамында изделениены дефектҡа тикшерә. Ватан продукцияһы илдең нефть һәм газ предприятиеларында ҙур һорау менән файҙаланыла. Өҫтәмә ҡорамалдар бөтә процестарҙы автоматлаштырыуға ярҙам итә. Әлегә ул Рәсәй эсендә талап ителә. Компания вәкилдәре изделиеларҙы яҡын сит илдәргә сығарырға, ә һаҡсыл производство ярҙамында етештереү күләмен тағы ла арттырыуҙы планлаштыра.



