Рәсәй ДОСААФ-ының Баймаҡ ҡалаһы һәм районы бүлексәһендә «Хәрби водитель» курстарын тамамлаусыларға тантаналы шарттарҙа таныҡлыҡтар тапшырылды. Артабан егеттәр алдында Тыуған ил һағына баҫып, намыҫлы хеҙмәт итеү бурысы тора. Теманы БЮТ хәбәрсеһе Рүзилә Ғүмәрова дауам итә.
Баймаҡ ДОСААФ-ы Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр райондары буйынса хәрби комиссариат менән берлектә хәрби водителдәр әҙерләү буйынса маҡсатлы эш алып бара. Буласаҡ һалдаттар бында ҙур теләк менән килә.
30 егет теоретик һәм практик әҙерлек курсын уңышлы тамамланы. Улар йөк техникаһы менән идара итеү күнекмәләрен үҙләштереп, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен һәм автомобилдәрҙе хәүефһеҙ файҙаланыу нигеҙҙәрен өйрәнде. Таныҡлыҡтар тапшырыу тантанаһында һөнәр алып сығыусылар араһында «ДОСААФ-ты тамамлаусы. Отличник» билдәһенә лайыҡ булыусылар ҙа бар.
«Хәрби водитель» һөнәре буйынса уҡытыу Рәсәй Федерацияһы оборона Министрлығы ярҙамында ойошторола. Был хеҙмәттәшлек нигеҙендә улар Рәсәй армияһы өсөн хәрби техниканы йөрөтә белгән бик күп һалдаттар уҡытып сығарҙы. Бөгөн күп кенә Баймаҡ егеттәре хәрби водитель булараҡ хеҙмәт итә. Улар хәрби бурыстарын лайыҡлы үтәй.



