Башҡортостанда яңы байрам булдырыла

Республика парламенты депутаттары йыл һайын 12 мартта Опека  органы хеҙмәткәре көнөн билдәләргә тәҡдим итә. Спикер Константин Толкачев белдереүенсә, 1891 йылдың ошо көнөндә уллыҡҡа алынған балалар тураһында закон ҡабул ителә. Бөгөн республикала 70 опека бүлексәһе бар, уларҙа 380 хеҙмәткәр эшләй. Закон проекты март аҙағында парламенттың пленар ултырышында беренсе уҡыуға тәҡдим ителә.

Фото №1 - Башҡортостанда яңы байрам  булдырыла
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ