Республика Башлығы грантына яңы конкурс старт алды. Ул 2 апрелгәсә дауам итә. Конкурста коммерция булмаған ойошмалар ҡатнаша. Проекттар быйыл 1 июлдән һуң ғәмәлгә ашырыла башларға тейеш. Республика Башлығы гранттары фондынан хәбәр итеүҙәренсә, 2026 йыл Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы тип иғлан ителде. Милләт-ара татыулыҡты нығытыуға йүнәлтелгән башланғыстар ҙа ҡарала. 6 йыл эсендә 189 проектҡа 315 миллион һумлыҡ ярҙам күрһәтелгән. Башҡорт, рус, татар, белорус, мари, сыуаш, удмурт һәм башҡа телдәрҙе үҫтереү һәм танытыу буйынса эш алып барыла.




