Радий Хәбиров Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенең вуз-ара студент кампусының икенсе сиратындағы төҙөлөш барышы менән таныштырҙы. Буласаҡ студент ҡаласығының сиктәре күҙгә салына башлаған да инде. Башняларҙың күпселеге-юғары әҙерлек кимәлендә. Был мөһим объектты киләһе йыл тапшырырға планлаштырабыҙ. Ул ябай ятаҡ төҙөлөшө генә түгел, ошо рәүешле республика юғары мәктәбен ойоштороуҙа яңы алымдар формалаша, тип яҙған төбәк етәксеһе.



