Башҡортостандағы «Инвалидтар өсөн әүҙем туризм» проекты-2025 йылда туризм өлкәһендә Рәсәй Хөкүмәте премияһы лауреаты исеменә лайыҡ булды.
«Йүрүҙән» туриадаһының инвалидтар араһында спорт туризмы буйынса Бөтә Рәсәй фестивале проекты авторҙары коллективын бүләкләү бөгөн Мәскәүҙә Рәсәй Хөкүмәтендә үтте. Лауреаттарға дипломдарҙы Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко тапшырҙы.
Фестивалдең төп бурысы-Рәсәйҙә спорт һәм туризм менән шөғөлләнеү аша инвалидтарҙы реабилитациялауға булышлыҡ итеү. Ярыштар дүрт төрҙә: тау, һыу, хәрәкәт итеү сараларында һәм йәйәүлеләр дистанцияларында үтә.



