Иртәнге сәғәттәрҙә Өфө-Инйәр-Белорет, Өфө-Бөрө-Яңауыл, Юлдыбай-Аҡъяр-Сара трассалары автобустар һәм йөк машиналары өсөн ябылды. Ә Өфө урмадарындағы хәрәкәтте тығындар тотҡарланы. Ҡар менән көрәш нисек бара һәм көн ҡасан йылынасаҡ? БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова репортажында.
Өфөлә йәшәүселәр өсөн бөгөнгө иртә һынауға тиң булды. Төнгө буран юлдарҙы ҡаршылыҡтар һыҙатына әйләндерҙе. Республиканың баш ҡалаһына ваҡытлыса йөк машиналарын индереү тыйылды, ә урамдағы тығындар 10 балл менән баһаланды, машиналар күп йөрөгән урындарҙа авариялар күҙәтелде. Был хәлгә бәйле Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев оператив кәңәшмәлә ҡала хеҙмәттәре етәкселәрен тәңҡитләне.
Өфөлә ҡар ғәрәсәте менән көрәшкә 219 берәмек техника һәм 350 хеҙмәткәр сыҡты. Ленин районында ла юлдарҙан тыш, тротуар һәм ихаталар тәртипкә килтерелде. Әммә коммуналь хеҙмәттәрҙе көтөп ултырырға түгел, предприятие һәм ойошмалар ҙа үҙҙәренә ҡараған биләмәләрҙе таҙартырыға саҡырылды
Ихаталарҙы ла ҡарҙан таҙартыу дауам итә. Йәйәүлеләр йөрөгән тротуарҙар, йорт ҡыйыҡтарына айырыуса иғтибар бүленә. Әммә торлаҡ хеҙмәттәре ҡаршылыҡтарға ла тап була-шәхси транспорт эшкә ҡамасаулай. Ихаталарҙы комплекслы таҙартыу тураһындағы иғландарға иғтибар итергә һәм ошо урындарҙан машинаны алыуҙы алдан хәстәрләргә саҡыралар.
Республика буйлап та ҡатмарлы юл шарттарын иҫәпкә алып, төрлө трассаларҙа транспорт хәрәкәтенә сикләүҙәр индерелде. Синоптикар мәғлүмәтенә ярашлы, яҙ календарҙа ғына түгел, яҡын арала ысынбарлыҡта ла етәсәк. Ошо көндәрҙә һауа торошоноң ҡырҡа үҙгәреүе күҙәтелә.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә, уяулыҡты юғалтмаҫҡа саҡыра. Алыҫ юлға сығыуҙан баш тартыу хәйерле, йәйәүлеләргә лә һаҡ булырға кәрәк. Көтөлмәгән хәл була ҡалһа, 112 һандары буйынса хәбәр итергә мөмкин.
Әлфинә Килдейәрова



