Ул Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәрендә ике көн дауамында барасаҡ. Авария-ҡотҡарыу хеҙмәте белгестәренең яҙғы ташҡынға бәйле ғәҙәттән тыш хәлдәргә әҙерлек барышы тикшерелде. Практик сара сиктәрендә оло һыу ҡамауында ҡалған халыҡты эвакуациялау күнекмәһе үтте. Ҡотҡарыу эше ваҡытҡа башҡарылды. Һынауҙар иҫәбенә техника, махсус ҡорамалдарҙы әҙерләп ғәҙәттән тыш хәл урынына барып етеү бурысы ҡуйылды. Ошонда уҡ йылға боҙон ҡарайтыу буйынса махсус саралар ойошторолдо.
Белгестәр шулай уҡ зыян күреүселәрҙе медицина пункттарына урынлаштырыуҙа, мөлкәтте күсереүҙә, һыуҙы һурҙырыуҙа оҫталығын һынаны. Күнекмәләрҙә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының әҙерлек кимәленә баһа бирелде. Хеҙмәткәрҙең физик мөмкинлектәре, махсус техникаларҙың төҙөклөгө тикшерелде.



