Былтыр юл-транспорт ваҡиғаларында 17 кешенең ғүмере өҙөлгән. Техник яҡтан төҙөк булмаған, йөҙәр мең саҡрымдар үткән машиналарға ихтыяждың юғары булыуы, тәү сиратта, хаҡына бәйле. Яңы ғына водитель таныҡлығы алған йәштәр тәжрибә туплау маҡсатында арзаныраҡ хаҡҡа транспорт сараһы һатып ала. Һөҙөмтәлә бер бәләгә икенсеһе ҡушыла. Юлда идара итеү контролен юғалтыу ихтималлығы арта. Ҡариҙел районында теркәлгән юл фажиғәһе быға асыҡ миҫал. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Уҙған дүшәмбе Ҡариҙел районында Лада Приораға идара иткән 22 йәшлек водитель ҡаршы һыҙатҡа сығып, икенсе машинаға бәрелә. Һөҙөмтәлә биш кешенең ғүмере өҙөлә, ике кеше ауыр тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатыла. Юл-транспорт ваҡиғаларына бәйле статистика йәнә яңы һандар менән тулыланды. Былтыр ғына алһаҡ, ике йыл стажы тулмаған водителдәр ҡатнашлығында 127 авария теркәлгән, шулай уҡ уларҙа ла үлемесле осраҡтар булған.
Салауат Шафиҡов бер йылдан ашыу водитель стажына эйә, яңыраҡ ул тәүге тапҡыр юл-транспорт ваҡиғаһына эләккән. Автомобилгә ремонт, ҙур сығымдар талап ителә. Шулай уҡ йәш автоһәүәҫкәргә штраф та түләргә тура килгән.
Юғары тиҙлек һәм иғтибарһыҙлыҡ юлдағылар өсөн генә түгел, йәйәүлеләр өсөн дә ҙур хәүеф тыуҙыра.
Автомәктәп вәкилдәре яңы ғына рулгә ултырған водителдәрҙы өҫтәмә уҡыуҙар үтергә саҡыра. Юлда йөрөгәндә үҙеңде ышаныслы тотоу мөһим. Автомобиль менән идара иткәндә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен дә теүәл үтәргә кәрәк.
Дәүләт автоинспекторҙары даими рейдтар уҙғарып, иҫке транспорт сараларына документтарҙы ғына түгел, техник яҡтан төҙөклөгөн дә ҡарай. Әгәр етди етешһеҙлектәр, әйтәйек, тормоз менән проблема асыҡланғанда-транспорт сараһы махсус туҡталҡаға оҙатыла.
Йәшлек дәрте менән ҡулдан һатып алынған тәүге машинаны күптәр тиҙлеккә һынап ҡарай, күргәнегеҙ барҙыр, йәйге осорҙа айырыуса уҙышырға теләүселәр арта. Әммә ун-егерме йыллап файҙаланыуҙа булған транспорт сараһының мөмкинлектәре сикле шул. Ул һаҡсыл мөнәсәбәткә мохтаж, тәжрибәһеҙ водителдәр юлға сығыу менән техника өсөн генә түгел, тәү сиратта, кеше ғүмерҙәре өсөн дә яуаплы икәнен онотмаһын ине.
Гөлназ Хәйбуллина



