Башҡортостанда «Берҙәм Рәсәй» партияһының алдан тауыш биреүҙе үткәреү буйынса төбәк ойоштороу комитеты эш башланы. Тәүге ултырышта көҙ Дәүләт думаһына үтәсәк һайлауға тәҡдим ителәсәк кандидаттарҙы билдәләүгә бәйле һорауҙар ҡаралды. Ойоштороу комитетына 17 кеше инде, шул иҫәптән төбәк бүлексәһе секретары Радий Хәбиров. Шулай уҡ уның составында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ҙа бар. Атап әйткәндә, Рәсәй Геройы Денис Чернавин, Рөстәм Кәримов һәм Фәғит Латипов. Ойоштороу комитетының төп бурысы-алдан тауыш биреүҙең асыҡлығын һәм конкурентлығын тәьмин итеү.



