Башҡортостанда яраланып ҡайтҡан яугирҙар өсөн реабилитация саралары ҡаралған

Башҡортостанда махсус хәрби операциянан яраланып ҡайтҡан яугирҙар өсөн реабилитация саралары ҡаралған. Ҡаты яраланып ҡул-аяҡтарын юғалтҡан хәрби ветерандарға шәхси талаптар буйынса сифатлы протездар етештерелә. Протезды ҡуйғас пациенттар ике аҙна реабилитация үтеп сәләмәтлеген нығыта, адаптация үтә. Төбәктә ватан һаҡсылары һәм уларҙың яҡындары өсөн 50-нән ашыу ярҙам сараһы ғәмәлдә. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Миһранова яҙмаһында.

Бөрөлә тыуып үҫкән Роман Нурисламов 10 йыл элек Донбасста халыҡ ополчениеһы ҡушылып неонацистарға ҡаршы көрәшә башлаған. Махсус хәрби операция башланғас үҙ ирке менән фронтҡа китеп мина шартлауынан һул аяғын юғалтҡан. Декабрҙә протез ҡуйҙырған хәрби ветеран Өфөлә реабилиатация үтә. Протез-ортопедия ойошмаһында һәр пациентҡа шәхси талаптар буйынса протездар етештерелә.

Предприятие ҡарамғында төп протездарҙан тыш спорт менән шөғөлләнеү өсөн яраҡлаштырылған ҡоролмалар етештерелә. Бер йыл протезда йөрөп өйрәнгән ветерандар адаптив протездар ҡуйҙыра башлаған. Улар ярҙамында йүгерергә, ауыр йөк күтәререргә, физик сәләмәтлекте нығытырға мөмкин. Ойошмала реаблитация үткән пациенттар өсөн ЛФК, дауалау массажы, психолог ярҙамы ҡаралған, 150 ветеранға шәхси протез етештерелгән.

Республикала әле алғы һыҙыҡтағыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына булышлыҡ итеү буйынса 50-нән ашыу ярҙам сараһы тормошҡа ашырыла. Төбәктә уларға психологик ярҙам күрһәтелә һәм көнкүреш мәсьәләләре хәл ителә. Мәшғүллек үҙәктәре махсус хәрби операция ветерандарын эш урыны менән тәьмин итә. Шулай уҡ «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһы ла эшләй.

Ф.Миһранова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ