Башҡортостанда киҫкен респиратор сирҙәр менән ауырыусылар артҡан

Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау идаралығы мәғлүмәте буйынса был аҙнала ОРВИ йоҡторған пациенттар һаны 9 процентҡа күберәк. Статистика күрһәткестәре буйынса ауырыусыларҙың күп өлөшө-балалар. Табиптар санитар-гигиена талаптарын үтәргә, ваҡытында медицина учреждениеһына мөрәжәғәт итергә кәңәш итә. Белгестәр билдәләүенсә, вирустар таралыуы йыл һайын март-апрелдә әүҙемләшеп майға тамамлана.

Төбәктә вирустарға бәйле хәл тотороҡло. Апрель-март айҙарында сирләүселәр йыл һайын күпләп теркәлә. Айырыуса өс йәшкәсә балалар араһында ауырыу йоҡтороусылар күп. Шул уҡ ваҡытта грипп менән сирләүселәр һаны күпкә кәмене.

Әлмира Марышева, Республика клиник йоғошло ауырыуҙар дауаханаһы бүлеге мөдире
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ