Өфөлә Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты ойошторған Республика ифтары үтте

«Торатау» Конгресс-холында Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты ойошторған Республика ифтары үтте. Сара дәүләт власы органдары, руханиҙар, йәмәғәт ойошмалары, милли-мәҙәни берләшмәләр вәкилдәрен, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы, эшҡыуарҙарҙы, меценаттарҙы-республика мосолмандарын берләштерҙе. Дини саранан БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева яҙмаһы.

Республика ифтары быйыл бишенсе тапҡыр ойошторолдо. Сараның пленар өлөшөндә Рамаҙан айының рухи таҙарыныу, ярҙамлашыу, йәмәғәт татыулығын нығытыу ваҡыты булараҡ әһәмиәте билдәләнде. Дәүләттең, дини ойошмаларҙың һәм йәмәғәт институттарының берлектәге эштәре барланды.

Башҡортостан мосолмандары диниә назараты эшмәкәрлегенә һығымталар яһалды. Мөфтиәт эшенең төп йүнәлештәре: ислам мәғарифын үҫтереү, мәсеттәр төҙөү, социаль һәм хәйриә проекттары, йәштәр менән эшләү, хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам итеү һәм һанлы сервистарҙы үҫтереү йүнәлештәре ҡаралды.

Пленар өлөш тамамланғандан һуң аҙан яңғыраны, ураҙа тотоусылар һыу менән финиктан ауыҙ итте.

Бер ай буйы тотҡан ҡағиҙәләрҙән йылдың ҡалған ун бер айында ла тайпылмай йәшәү диндең тәрбиәүи әһәмиәтен арттыра. Сөнки Рамаҙан кешене физик һәм рухи яҡтан нығытыусы ай һанала.

Сарала ҡатнашыусылар Башҡортостан мөфтөйө Айнур хәҙрәт Бирғәлин етәкселегендә йәмәғәт намаҙы уҡығандан һуң табын артына йыйылды. Бындай күмәк ифтарҙарҙа конфессия-ара һәм милләт-ара берҙәмлекте нығытыу һәм республиканың дини һәм йәмәғәт институттары араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереү маҡсаты ла тормошҡа ашырыла.

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ