Өфөлә Миңлеғәли Ғөбәйҙуллиндың 105 йыллығына арналған күргәҙмә эшләй

Ул республика Милли архивында ойошторолған. Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин 1941 йылда Совет Армияһына алына. Хәрби училищела тиҙләтелгән курс тамамлай. 1944 йылдың 8 мартында Берислав һәм Херсон ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша. Ҡаты яралана. Дошман амбразураһын кәүҙәһе менән ҡаплай. Был батырлығы өсөн ул һәләк булғандан һуң Советтар Союзы Геройы исеменә күрһәтелә. Экспозицияла батырҙың шәхси документтары менән танышырға була. Унда шулай уҡ награда ҡағыҙы, Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин тураһында газеталарҙа донъя күргән мәҡәләләр урын алған.  Күргәҙмә март аҙағына тиклем эшләй.

Фото №1 - Өфөлә Миңлеғәли Ғөбәйҙуллиндың 105 йыллығына арналған күргәҙмә эшләй
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ