2024 йылда башланған капиталь төҙөкләндереү былтыр туҡталып торғандан һуң йәнә тергеҙелгән. Объекттың ҡыйығы алыштырылған, фасады яңыртып буяла, ул үҙенең элекке төҫөндә буласаҡ, йәй фасадты буяу эштәре дауам итәсәк. Капиталь ремонт йыл аҙағына тиклем тамаланыр тип көтөлә.
Өфөнөң иң боронғо кинотеатры Черниковка халҡы өсөн оҙаҡ йылдар мәҙәни үҙәк булып хеҙмәт иткән.
«Еңеү» кинотеатры төҙөлөшөнә тәүге таш 1945 йылдың 9 майында һалынған. 3 йылдан һуң ул сафҡа ингән. Мәҙәни мираҫ объектында реконструкциянан һуң йәш тамашасы театры өсөн яңы майҙансыҡ буласаҡ. Яңыртылған бинала 289 урынлыҡ заманса тамаша залы ла ҡаралған.



