Баймаҡта «Башҡорт ғаиләһе — ил терәге» түңәрәк өҫтәле үтте

«Башҡорт ғаиләһе-ил терәге». Ошо исем аҫтында Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Фекер алышыу республикала барған Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналды. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

«Башҡорт ғаиләһе-ил терәге» исемле йылы аралашыуға ҡоролған кисәгә Баймаҡ районының үҙ традициялары, кәсеп-шөғөлдәре менән айырылып торған, һәләтле ғаиләләр саҡырылды. Ҡунаҡтар бала тәрбиәләү, ғаилә мөнәсәбәттәренә ҡағылған һорауҙарҙы күтәрҙе, тормош тәжрибәһе менән уртаҡлашты, үҫеп килгән йәш быуынға кәңәш- теләктәрен еткерҙе.

Осрашыуҙа балаға үҙ теленә, халҡына, еренә һөйөү ғаиләлә яралыуы һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Баймаҡ районының-ныҡлы ғаиләләре бар икән, тимәк, уның киләсәге яҡты, ышаныслы.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ