Был турала Радий Хәбиров белдерҙе. Бөгөн Республика башлығы Тәтешле район үҙәгендә "Ватанды һаҡлаусыларға" мемориалына сәскә һалды. Был комплекс федераль программа буйынса төҙөкләндерелгән. Проектҡа 20 миллион һумға яҡын аҡса бүленгән. - Республикала һәләк булған геройҙарға айырыуса мөнәсәбәт. Һәр ауыл һәм ҡалала обелиск бар. Мемориаль комплекстарҙы тәртиптә тотабыҙ, хәҙер яңы һәйкәлдәр урынлаштырыла. Алда ҙур бурыс. Һәр муниципалитетта махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға мемориал була, дөйөм республика комплексы Өфөлә урынлаша, тине Радий Хәбиров.




