Бөгөн Республика Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Тәтешле районына барҙы. Ул район советы ултырышында ҡатнашты. Урындағы депутаттар хакимиәт башлығын ваҡытынан алда вазифаһынан бушатыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Республика Башлығы билдәләүенсә, Фәнүр Шәйхисламов ошо вазифала биш йылдан ашыу эш ваҡытында район халҡы проблемаларын хәл итеүгә яуаплы ҡараған белемле етәксе булыуын иҫбатланы. Ул беҙҙең ҙур идара командаһы ағзаһы. Мәҙәниәт министрлығы эшен көйләргә тейешбеҙ. Ҡарар ҡабул ителде. Мәҙәниәт министрлығына ойоштороу һәм етәкселек һәләте булған кеше кәрәк, - тине Радий Хәбиров. Фәнүр Шәйхисламов Тәтешле районын 2020 йылдан етәкләне. Уға тиклем власть органдарында, Республика Башлығы хакимиәтендә эшләне, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары булды.




