"Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" милли проекты ғәмәлгә ашырыла. Октябрь районында Рихард Зорге исемендәге һәм Калинин районда Хәтер скверҙары тәртипкә килтерелә, тип хәбәр итәләр Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан. Уйын, спорт майҙансыҡтары булдырыла, һуҡмаҡтар яңыртыла, ағас ултыртыла.




