Премьер-министр Андрей Назаров белдереүенсә, 770 меңдән ашыу баш мал бар, 127 меңгә яҡын йылҡы иҫәпләнә. Был - үтә мөһим эш. Идентификация - малдың паспорты һанала, унда тыуған урыны, прививкалар тураһында мәғлүмәттәр яҙыла. Продукция сифатына талаптар арта бара. Бөгөн шәхси хужалыҡтарҙа аттарҙың 2 проценты, һарыҡ-кәзәнең 5, бал ҡорто күстәренең 23 проценты теркәлмәгән. Был өлкәлә тулы тәртип кәрәк, - тине Андрей Назаров.




