Дәүләт стандарттары быйыл декабрҙән көсөнә инә. Уға ярашлы, 14 йәше тулмаған балаларға хеҙмәттәр күрһәтеүҙә хәүефһеҙлек талаптарына ҙур иғтибар була. Бер йәштән 10 йәшкә тиклемге балалар бөҙрәханаға өлкәндәр менән килергә тейеш. Химия ҡулланыу, даими рәүештә сәс буяу, төҫһөҙләндереү, пирсинг, косметик татуаж хеҙмәттәре тыйыла.




