Бөгөн республика йәмәғәтселеге Әхәт Мортазинды иҫкә ала

Әхәт Мотаһар улы 30 йылдан ашыу көн һайын радио тыңлаусыларға хәйерле иртә теләне, республиканың рәсми тауышына әйләнде. Коллегабыҙ һәм остазыбыҙ Әхәт Мортазин 2018 йылдың 13 мартында арабыҙҙан китте. Уға 59 йәш ине. Тыуған яғы – Учалы районы Яңы Байрамғол ауылында халыҡ артисы хөрмәтенә музей булдырылған. Йыл һайын мәктәп уҡыусылары араһында “Диктор тауышы” тигән республика конкурсы ойошторола. “Юлдаш” радиоһы һәм республика Журналистар берлеге Әхәт Мортазин иҫтәлегенә арналған волейбол Кубогы уҙғара. Быйыл ярыш апрелдә үтә. 

Фото №1 - Бөгөн республика йәмәғәтселеге Әхәт Мортазинды иҫкә ала
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ