Башҡортостандың мәҙәниәт министры вазифаһын Фәнүр Шәйхисламов башҡарасаҡ

Башҡортостан мәҙәниәт министрлығын Фәнүр Шәйхисламов етәкләйәсәк. Быға тиклем ул 2020 йылдың апреленән Тәтешле районы хакимиәте башлығы булып эшләне. Бөгөн урындағы Совет ултырышында муниципаль етәксенең ваҡытынан алда вәкәләттәрен һалыу мәсьәләһе ҡаралды. Эшлекле сарала ресублика башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашып, Фәнүр Рәфис улының идара итеү сифаттары республика кимәлендә файҙаланыласаҡ тине. Шулай уҡ депутаттар, урындағы үҙидаралыҡ, төрлө предприятие-ойошма вәкилдәре менән осрашыуҙа райондың үҫеш мөмкинлектәре лә билдәләнде, БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Тәтешле районы Советының 19-сы ултырышында ҡаралған тәүге мәсьәләләрҙең береһе-урындағы депутаттар хакимиәт башлығының ваҡытынан алда вәкәләттәрен туҡтатыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Фәнүр Шәйхисламовҡа яуаплы вазифала һөҙөмтәле эшләгәне өсөн рәхмәт белдереп, эшмәкәрлек барышында үҙен грамоталы ойоштороусы, идарасы булараҡ күрһәтеүен билдәләне. Республиканың мәҙәниәт министрлығына тап етди административ сифаттары булған кеше талап ителә.

Фәнүр Шәйхисламов Башҡортостан мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы булараҡ тәғәйенләнәсәк. Быға тиклем уның республика власть органдарында эшләү тәжрибәһе булған. Тәтешле районында алынған тәжрибә артабан да төбәк үҫешендә файҙаланыласаҡ.

Залда йыйылыусылар Фәнүр Шәйхисламовты йылы оҙатты. Тырыш, яуаплы, халыҡ мәнфәғәтендә эшләгән оҫта етәксе итеп таныта ул үҙен. Һуңғы йылдарҙа районда мәғариф һәм мәҙәниәт объекттары яңырыу кисергән, торлаҡ-коммуналь инфраструктураға ла юғары иғтибар бүленгән.

Ултырышта Тәтешле районы башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы кандидатураһы ла раҫланды. Яуаплы вазифаға быға тиклем муниципалитет етәксеһенең беренсе урынбаҫары, финанс идаралыҡ етәксеһе Ринат Мәғзүмов тәғәйенләнде. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров район үҫешенә бәйле пландарҙы билдәләгәндә-юлдарҙы төҙөкләндереүгә айырым иғтибар буласаҡ тине. Шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам, соицаль өлкә лә-көнүҙәк мәсьәләләр булып ҡала.

Тәтешле районында мәҙәниәт өлкәһе йылдам үҫешә. Ҡасаба-ара үҙәк китапхананы ғына алайыҡ, һуңғы ике йылда уҙғарылған күләмле төҙөкләндереү эштәренән һуң ул заманса төҫ ала. Капиталь ремонт барышында учреждение эргәһендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевҡа һәйкәл дә асыла.

Социаль маҡсатлы программалар фонды аша бина ҡыйығы, фасадын, инженер селтәрҙәрен яңыртыуға, эске биҙәкләү эштәренә 90 млн һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Тәтешле районына эш сәфәре барышында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров учреждение эшмәкәрлеге менә н танышып, «Сәләмәтлек станцияһы», әҙәби ял бүлмәһе, балалар бүлеге, ресурс үҙәк, ижади лабораторияларҙы ҡараны-бында төрлө быуын вәкилдәренда китапҡа һөйөү тәрбиәләү өсөн заманса, уңайлы шарттар булдырылған

Тәтешле районында йәшәүсе һәр кем өсөн изге урын-Ватанды һаҡлаусылар мемориаль комплексы ла яңырыу кисергән. «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль программаһында еңеү һөҙөмтәһендә биләмәлә күләмле төҙөкләндереү эштәре башҡарылған.

Мемориалда Бөйөк Ватан һуғышы һәм локаль бәрелештәрҙә ҡатнашыусылар, махсус операция геройҙары исемдәре уйып яҙылған-быуындар бәйләнеше, ватанға тоғролоҡ билдәһе. Еңеү көнөнә арналған митинг быйыл яңыртылған майҙанда-тантаналы шарттарҙа үтәсәк. Тәтешлеләр билдәләүенсә, мәҙәни-илһөйәрлек саралары уҙғарыу өсөн дә төҙөкләндерелгән йәмәғәт киңлегенә ихтыяж ҙур булған

Гөлназ Хәйбуллина

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ