Бөрө һөт комбинатын киңәйтеү проекты Инвестиция сәғәтендә ҡаралды

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән Инвестиция сәғәтендә Бөрө һөт продукцияһы комбинатын киңәйтеү пландары ҡаралды. 1968 йылдан эшләгән предприятала һөт, эремсек, май, ҡаймаҡ, балалар өсөн һөт ризыҡтары етештерелә, сифатлы продукция алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға күпләп оҙатыла.

2028 йылға тиклем иҫпләнгән инвестиция проекты сиктәрендә цехтарҙы модернизациялау, комбинатты сәнәғәт ҡоролмалары менән йыһазландырыу күҙаллана. Комбинат киңәйеү менән бында етештереү күләме лә артасаҡ. Бынан тыш сәләмәт туҡланыу, спорт өсөн протеин продукцияһын етештереү пландары ҡуйылған. Предприятие етәкселеге модернизацияға 388 млн һум аҡса йүнәлткән, 15 млн һум күләмендә республика ярҙамы ҡаралған.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ