Башҡортостан журналистары яугирҙарға гуманитар ярҙам еткерҙе

Башҡортостан журналистарынан «Башҡортостан» полкы яугирҙарына. Республиканың журналистар союзы махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы гуманитар ылау алып барҙы. 

Был ярҙамды киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре ойошторған. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә фронтҡа тәү кәрәк әйберҙәр-мотоцикл, генераторҙар, эш ҡоралдары, окоп шәмдәре, маскировкалау селтәрҙәре, мейестәр, аҙыҡ-түлек тупланған. Күп тапҡырҙар махсус хәрби операция биләмәһендә хәрби хәбәрсе булараҡ эшләү яугирҙарға ярҙам итеү миссияһына әйләнде, ти Вәдүт Исхаҡов.

Әйткәндәй,мейестәрҙе беҙҙең коллегалар үҙҙәре етештерә. «Башҡортостан республикаһы» матбуғат йортоноң Республика мәғлүмәт үҙәге директоры Айнур Дәүләтбәков артып ҡалған торбаларҙан «буржуйкалар»эшләй. Шулай уҡ матбуғат йортонда маскировкалау селтәрҙәре лә үрелә. Йәғни, фронтҡа журналистар һүҙ көсө менән генә түгел, ҡул көсө менән дә ярҙам итә.

«Башҡортостан»полкының БПЛА операторҙарына квадрокоптерҙар тапшырылды. Уны алыуҙа журналистарға прокуратура хеҙмәткәрҙәре лә ярҙам иткән. Журналистар шулай уҡ Запорожье өлкәһендә хеҙмәт иткән яҡташтарыбыҙҙы ла иғтибарһыҙ ҡалдырманы. Яугирҙар мотоцикл һәм тепловизорҙар алып ҡыуанды.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ