«Тыныслыҡ» Өфө инвалидтар ойошмаһы яҙмыш һынауына юлыҡҡандарҙы бер ҡыйыҡ аҫтында берләштерә. Ойошмаға йөрөүселәр физик кәмселектең рух көсөн һындырмай, киреһенсә, нығытыуын иҫбатлай.
Еңеү өсөн улар ҙа көн һайын көрәшә. Өфә ҡалаһының «Тыныслыҡ» инвалидтар ойошмаһының бәләкәй генә бүлмәһендә тегеү машинкалары ярҙамында. Ирина Поскурякова ойошторған студияла оҫта ҡулдар хәрбиҙәргә эске кейем, йәрәхәтләнгән яугирҙарға мендәрҙәр, юрған тышлыҡтары- нимә кәрәк, бөтәһен дә тегә. Махсус хәрби операция башланғандан алып улар үҙ көстәренән килгәнсә тырыша, инвалид мөһөрө уларҙың мөмкинлектәрен сикләмәй.
Был бүлмәлә иһә дәртле көйҙәр тынмай. Һаулығы буйынса мөмкинлеге сикләнгәндәр менән хаҡлы ялдағы өлкәндәр бергә йыйылып йырлай, күңел йыуанысы таба. Ҡәҙриә Фәтхулла ҡыҙы ғүмер буйы уҡытыусы булып эшләгәндән һуң тик кенә өйҙә ултырыуҙы өнәмәй.
Һүрәт төшөрөү түңәрәгенә йыйылыусылар күңел хистәрен буяуҙар ярҙамында сағылдыра. Түңәрәкте Донбасстан эвакуацияланған Виктория Вознюк етәкләй. Зөлфиә Ирсаева бында ҡыҙы менән йөрөй.
Ойошма бейеүселәрҙе, спортсыларҙы ла берләштерә. Улар төрлө конкурстарҙа һәм ярыштарҙа ҡатнаша, әүҙем тормош өсөн бер ниндәй ҙә кәртәләр юҡ икәнен иҫбатлай.
Рәмилә Исмәғилева



