Төҙөлөш компаниялары һәм күсемһеҙ милек өлкәһендә эшләүселәр Зубов ауылында урынлашҡан завод эшмәкәрлеге менән танышты. Осрашыу торлаҡ төҙөлөшөндә сифатлы материалдар ҡулланыу һәм компания етештергән быяла конструкцияларын презентациялауҙан башланды. Бер йыл элек асылған заводта тәҙрәләр Белоруссиянан килтерелгән профилдән һәм Салауатта етештерелгән быяланан йыйыла. Ошо ваҡыт эсендә ойошма байтаҡ заказдар эшкәртә. Атап әйткәндә, Әр-Рәхим мәсете, Өфөнөң Затон биҫтәһендәге мәктәп, дауахана һәм ҡунаҡханалар өсөн дә конструкциялар етештерә. Заказ биреүселәр араһында Мәскәү төҙөлөш компанияһы ла бар.
Компания Башҡортостан башлығы етәкселегендә ойошторолған инвестиция сәғәтендә ҡатнашып, етештереүҙе киңәйтеүгә бәйле проектын да яҡлай. Инициатива Радий Хәбиров тарафынан хуплау таба. Ойошмаға быяла конструкцияларын етештереүҙең тулы циклын үҙ эсенә алған завод төҙөү өсөн ер участкаһы бүленә. Ул 2027 йылда сафҡа инер тип көтөлә. Быға тиклем компания Башҡортостан төҙөүселәр ассоциацияһы менән партнерлыҡ тураһында килешеүгә ҡул ҡуйғайны. Был төҙөлөш проекттарының сифатын күтәреүгә һәм инновацион ҡарарҙар индереүгә булышлыҡ итәсәк.



