Был туралағы ҡарарҙы бөгөн район советы депутаттары ҡарар ҡабул итте. Стәрлетамаҡ районында эш сәфәре менән булған Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рита Мәҙәрик ҡыҙын был вазифаға ҡабаттан тәғәйенләнеүе менән ҡотланы.
Төбәккә эш сәфәре барышында республика етәксеһе шулай уҡ Талас ауылында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәбдрәшит Әһлиуллин менән осрашты. Радий Хәбиров оло быуын вәкилен яҡынлашып килгән тыуған көнө менән ҡотланы. Уға 15 мартта 99 йәш тула. Республика башлығы ветеранға Генерал Шайморатов орденын тапшырҙы һәм уға тәү сиратта ныҡлы һаулыҡ һәм рух күтәренкелеге теләне. Был турала тулыраҡ яңылыҡтарҙың киләһе сығарылыштарында.




